Түлһеҙ ҡайын. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Түлһеҙ ҡайын


Япраҡтарын ярған йәш ҡайындың
Хәтфә йәйгән кеүек йән-яғы.
Әйлән-бәйлән уйнай йәш балалар,
Гөрләп тора һәр көн тау яны.
(Йырҙан)
Аҡ ҡайынҡай сабый көтә -
Һут ҡынаһы тирткән инде,
Һөтө-һуты олон буйлап
Бөрөләргә киткән инде.
Сатырында оя ҡороп
Ҡошсоҡҡайҙар нәҫел көтә,
Аҡ болоттар муйылдарға
Биләүлектәр һалып үтә.
Ер тулғаҡлап орлоҡ көҫәй -
Тәбиғәттең түлле мәле.
...Сеү, ни булған ҡайынҡайға:
Ҡара көйгән ебәк үәле.
Бөрөләре...
                  Бөрөләре
Түшәлеп тә ерҙә ята,
Нурҙан үргән ҡош ояһын
Ыңғырашып ел тағата.
Ҡаршылағы һоро йорттан
Ҡоштар хәбәр биргән микән,
Улар әллә сабыйҙарҙы
Бысаҡлауҙы күргән микән?!
Бала бысаҡлау йорто был...
Үҙе имеш, дауахана,
Әҙәм бәғерен йомшартырлыҡ
Тапһаң икән дауа, ҡана!
Ҡоштар хәбәр биргәндер шул,
Түҙмәй ҡайын - түлен һала:
Ҡалмаған тип уйлағандыр
Яҙ көндәре үҙен урап
Әйлән-бәйлән уйнар бала...


2012